бала саҡ

0:00
0:00
бала саҡ

Бала саҡ - һин шундай йырак Иҫләйһеңме беҙҙең бала саҡты Алыҫ бәләкәй ябай хыялдарҙы Киләсәгебеҙ күренә ине шундай яҡты Күрмәй инек бер ниндәй борма юлдарҙы Борсолоуҙар булмаған борсолоуҙар Ҡурҡыуҙар булмаған ҡурҡыуҙар Көлөп кенә иҫкә алырға ҡала Бала күңеле оло дала Иҫләйһеңме Һаҡмарҙа балыҡ тотҡанды, Иртәнән кискә тикле юғалғанды Ә инде тотоп туйғас, күңел булып Алаһың бит инде бер аҙ һыуҙа сумып. Кисен тотҡан балыҡтан аш бешерәһең, Алмаларҙы шашлык урынына утта өтәһең... Ниндәйҙер йәм күрәһең Иң тәмле алма- өтөлгән алма икәнен беләһең Эх, бала саҡ бер ҡатлы саҡ ҡайҙа ҡалды һинең ябайлығың Йүгереп футбол уйнай башлаһаҡ Бар эштәре тороп ҡала донъяңдың... Иҫләйһеңме беҙҙең ҡасан үҫкәнде, Һиҙмәй ҙә ҡалдың тирә- яғың үҙгәргәнде Башта айырылды юлдар, кемдер күсте, Кемдер ҡапыл уйындарҙан үҫте... Кемгәлер ҡыҙыҡ булмай башланы йүгереүе Кемгәлер оҡшап ҡалды эсеүе... Тормош тормай урынында Ҡалаһың ҡапыл һайлау алдында Артабан атларғамы йәки көтөргәме үҙең булып ҡалырғамы йә өйрәнергәме Көтөлмәгән боролоштарға Эх, иҫләйһеңме айлы төндәрҙә бергәләшеп ҡушылып Йыйылышҡанды тауҙа усаҡ яндырып?! һынай инек беҙ йондоҙҙарҙы, Бүләк итә инек һөйгәндәргә яҡтыларҙы... Юҡ ине айырма, бар ине дуҫлыҡ, Меңәр йылдарға янырлыҡ... Вайымһыҙ һорауҙарға шаян яуаптар Тороп ҡалды алыҫта, шундай йыраҡтар, Иҫләп бөтмәҫһең барыһын, Хәйер, хәтирәләрҙең күптәрен күптән юғалтҡанһың... Хәйер, кире бала саҡҡа һин ҡайтмайһың... Йәл түгел, тормош шундай...

2 Comments

Leave a comment

See track description

BOMB! 🧨

User avatar
97
Total plays
20
Followers
1
Following

You may also like